Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ноябрь 2022, 10:40

Һауа торошо

Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -10, -15, урыны менән -20, -25 градус...

Һауа торошо
Һауа торошо

Башгидромет мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн, 21 ноябрҙә, төбәктә аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы көндөҙ -5, -10, урыны менән -15 градус.

Шишәмбе, 22 ноябрҙә, яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -10, -15, урыны менән -20, -25 градус. Көндөҙ - 6,-11, республиканың көнсығышында -15 градусҡаса һыуыта.

Шаршамбы, 23 ноябрҙә, төндә яуым-төшөмһөҙ. Көндөҙ бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡ-көнсығыштан, талғын. Һауа температураһы төндә -9, -14 градус, урыны менән 22 градусҡа тиклем һыуытыуы ихтимал. Көндөҙ -5, -10 градус.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: