Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ноябрь , 21:27

Хаҡтар ҡайҙа осһоҙораҡ: йәрминкәләме әллә баҙарҙамы?

Аҙыҡ-түлеккә, башҡа көндәлек кәрәк-яраҡҡа хәҙер хаҡтар артҡандан-арта.Уларҙы ҡайҙан һатып алыу отошлораҡ?Магазинданмы, әллә йәрминкәнәнме?Баҙарҙа хаҡтар нисек?

Хаҡтар ҡайҙа осһоҙораҡ: йәрминкәләме әллә баҙарҙамы?
Хаҡтар ҡайҙа осһоҙораҡ: йәрминкәләме әллә баҙарҙамы?

Билдәле булыуынса, район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенең ҡарары менән һәр шәмбе Баймаҡта ауыл хужалығы йәрминкәләре үткәрелә.Шуныһы һөйөнөслө, был сара бына бер нисә ай инде рәттән ойошторола һәм "Континент" сауҙа үҙәгенән шәмбе кеше өҙөлмәй.Халыҡ та хәҙер йәрминкәнең тап ошо үҙәк биләмәһендә ойошторолоуына өйрәнеп тә бара.

Хаҡтар нисек һуң йәрминкәлә?Сауҙа өсөн урындар бушлай бирелгәнлектән, бында хаҡтар бер аҙ арзаныраҡ.Атап әйткәндә, иткә.Мәҫәлән, ошо шәмбе үткән йәрминкәлә һыйыр итен 400-550 һум менән һатып алырға мөмкин булды.Бөгөн иһә йәкшәмбе баҙарында уның килограмы 600 һумға барып етте.Ә инде һөт ризыҡтарына хаҡтар шул кимәлдә ҡалды, йәғни йәрминкәлә лә, баҙарҙа ла шул уҡ.

Йәкшәмбе баҙарында 1,5 литр һөт - 100, ҡатыҡ - 80, 0,5 литр ҡаймаҡ - 250, 1 кг аҡ эремсек - 150, бер баш ҡыҙыл эремсек - 100, 1 кг һыйыр майы - 700, ауыл икмәге - 100-150, йомортҡаның тиҫтәһе - 100, 1 кг бройлер ите - 350, күркә - 550, ҡаҙ ите - 650, 0,5 кг холодец - 150 һум.Ҡомалаҡ әсеткеһенә хаҡ күтәрелде - 0,5 литры 60-70 һум.

1 кг һыйыр ите - 450-600, йылҡы ите - 550-600 һум.Бер биҙрә картуф - 350 һум.1 пар миндек өсөн - 200, селек һеперткеһе өсөн 80 һум һоранылар.Кәбеҫтәнең килограмы - 20 һум.3 литр һауытта туңдырылған ер еләген 500 һумға һатып алырға мөмкин ине.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас в