+21 °С
Болотло


Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, ҡайһы бер райондарҙа боҙлауыҡ, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы көтөлә.
19 ноябрҙә көн болотло була, көндөҙ аяҙлы-болотло. Епшек ҡар, көндөҙ төньяҡта бер аҙ ҡар. Айырым райондарҙа сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, боҙлауыҡ, юлдарҙа ҡар һырынтылары көтөлә. Ел көнсығыштан секундына 5-10 метр. Һауа температураһы төндә -2,-7 градус, төньяҡ-көнсығышта -12,-17, көндөҙ 0,-5, төньяҡ-көнсығышта -7,-12.
Ҡар яуғанда юлдарҙа күреү мөмкинлеге 500-1000 метрҙан кәмей.