Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
15 Ноябрь 2022, 06:05

“Һәр саҡ ныҡлы әҙерлектә булырға тейешбеҙ”

Оператив кәңәшмәлә район етәксеһе һәр хеҙмәткә шундай бурыс ҡуйҙы...

“Һәр саҡ ныҡлы әҙерлектә булырға тейешбеҙ”“Һәр саҡ ныҡлы әҙерлектә булырға тейешбеҙ”
“Һәр саҡ ныҡлы әҙерлектә булырға тейешбеҙ”

Оператив кәңәшмә

Һәр саҡ ныҡлы әҙерлектә булырға тейешбеҙ”

Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үткәргән бөгөнгө оператив кәңәшмә ғәҙәттәгесә берҙәм-диспетчер хеҙмәте әҙерләгән аҙна хәл-ваҡиғалары тураһында мәғлүмәт биреүҙән башланды. Һәр саҡтағыса халыҡтың торлаҡ-коммуналь, юл, һыу һ.б. мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәттәре, юл-транспорт хәл-ваҡиғалары хаҡында бәйән ителде.

Ҡала биләмәһе башлығы Радмир Иҫәнбаев ҡала хужалыҡтарының ҡышҡа әҙерлеге тураһында мәғлүмәт бирҙе. Был йәһәттән аҙна эсендә башҡарылған эштәр ҙә һанап үтелде. Шулай уҡ ҡалала барған төҙөлөш эштәренә анализ яһалды.

Фәнис Ғәбдрәшит улы юл хеҙмәттәренә тәүлек әйләнәһенә әҙер булырға һәм халыҡ күтәргән проблемаларҙы ваҡытында хәл итеү бурысын ҡуйҙы.

Район мәғариф бүлеге начальнигы Фәнил Рамаҙан улы берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу кимәле буйынса район-ҡаланың республика буйынса “йәшел” зонала булыуын билдәләп үтте. Шулай уҡ мәғариф етәксеһе быйыл беҙҙең районда ике мәктәп капиталь ремонт кисерһә, киләһе йылда биш мәктәпте капиталь ремонт көтөүен, был бик шатлыҡлы ла һәм яуаплы ла хәл булыуын әйтеп үтте.

Фәнис Ғәбдрәшит улы мәғариф бүлеге начальнигына был мөһим төҙөлөш эштәренә бөгөндән ныҡлы әҙерлек башларға ҡушты.

Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ малды төрлө йоғошло ауырыуҙарҙан һаҡлау, гәзит-журналдарға яҙылыуҙы юғары кимәлдә ойоштороу, ҡала ойошмалары араһында барған спартакиада һ.б. мәсьәләләр күтәрелде, Фәнис Ғәбдрәшит улы уҙған аҙнала үткән һәр сараға үҙ баһаһын бирҙе һәм ағымдағы аҙнала үтәсәк сараларға ныҡлы әҙерлектә булырға ҡушты.

Кәңәшмә аҙағында район етәксеһе электр селтәрҙәре начальнигы Фәнил Барый улы Туйсинды 60 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе. Уның теләктәренә залдағы етәкселәр ҙә ҡушылды.

Гүзәл Салихова.

Ленера Аралбаева фотоһүрәте.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас