Новости
14 Ноябрь 2022, 04:25

Район башлығына рәхмәт белдерҙеләр

Баймаҡ районынан мобилизацияланған ир-егеттәр район хакимиәте башлығы Фәнис Әминевҡа оло рәхмәтен еткерҙе...

Баймаҡ районынан мобилизацияланған ир-егеттәр район хакимиәте башлығы Фәнис Әминевҡа оло рәхмәтен еткерҙе. Улар шулай бар баймаҡтарға, яҡташтарына күрһәткән ярҙамдары өсөн изге теләктәрен белдерҙе, рәхмәт әйтте. “Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән беҙ УАЗ машинаһын алдыҡ”,-тип һөйөнөсөн белдерҙе ир-егеттәр.

Улар шулай уҡ туғандарына һәм яҡындарына мөрәжәғәт итеп барыһы ла яҡшы буласағын һәм алдарына ҡуйылған бурыстарҙы атҡарып сыға аласаҡтарын белдерҙе.

Имен-һау йөрөп ҡайтығыҙ, егеттәр!

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас