Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
14 Ноябрь 2022, 11:20

Декабрь өсөн алдан түләнәсәк

Өлөшләтә мобилизация барышында саҡырылған граждандарға декабрь өсөн аҡса ғинуарҙа түгел, ә 25 декабргә тиклем, йәғни ваҡытынан алда түләнә...

Декабрь өсөн алдан түләнәсәкДекабрь өсөн алдан түләнәсәк
Декабрь өсөн алдан түләнәсәк

Өлөшләтә мобилизация барышында саҡырылған граждандарға декабрь өсөн аҡса ғинуарҙа түгел, ә 25 декабргә тиклем, йәғни ваҡытынан алда түләнә. Оборона министры урынбаҫары Татьяна Шевцова Дәүләт Думаһы депутаты Максим Ивановтың һорауына яуап бирҙе. Был хаҡта депутат үҙенең телеграм-каналында яҙған.

«Мобилизацияланғандарға аҡсалата түләүҙәр тәртибе буйынса ведомствонан яуап алдым. Был мәғлүмәтте бөтә Рәсәй белә: һәр айҙың 10-ынан 20-һенә тиклем үткән ай өсөн түләнә. Етешһеҙ яғы — яңы йыл байрамдарына мобилизацияланған ир-егет һәм уның ғаиләһе (ҡатыны, әсәһе, балалары) декабрь өсөн аҡса алып өлгөрмәй. Ошондай хәл булмаһын өсөн Оборона министрлығы декабрь өсөн аҡсаны шул уҡ айҙа 25 декабргә тиклем түләргә хәл итте», — тип яҙҙы Максим Иванов.

Сығанаҡ - "Башинформ" агентлығы.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас