

Синоптиктар алдағы ял көндәренә һауа торошон хәбәр итте. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, ял көндәрендә республика биләмәһенә Скандинавиянан әүҙем циклон күсә, шуға тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә.
«13 ноябрҙә урыны менән көслө ямғыр, республиканың көнсығыш райондарында епшек ҡар яуа, боҙлауыҡ. Көньяҡ-көнбайыштан иҫкән елдең тиҙлеге урыны менән секундына 17-22 метрға етеүе ихтимал. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ 0, +5°», — тип белдерҙе метеорологтар.
Әммә киләһе аҙнаның башында уҡ республика биләмәһе арктик һауа үтеп инә, һауа температураһы түбәнәйә. Епшек ҡар һәм ҡар яуыуы, урыны менән сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә.
Ай уртаһында тотош республикала ныҡлап ҡар ятырға тейеш, тип фаразлай синоптиктар.