

9 ноябрҙә республика Хөкүмәте йортонда БДБ илдәренең Халыҡ-ара мәктәп спорты фестивален үткәреүгә әҙерлек тикшерелде. Был сараға әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитетының киңәйтелгән ултырышын Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов үткәрҙе. Сараны уҙғарыу тураһындағы килешеүгә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Бөтә Рәсәй мәктәп спорты федерацияһы президенты, Дәүләт Думаһы депутаты, олимпия чемпионы Ирина Роднина ҡул ҡуйҙы. Фестиваль үҙе 14 ноябрҙән 19-ына тиклем Өфө ҡалаһында үтә.
- БДБ илдәре араһындағы Халыҡ-ара мәктәп спорты фестивале 2013 йылдан алып уҙғарыла. Республикабыҙ уны тәүге тапҡыр үҙендә ҡабул итә. Сарала Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренән, БДБ илдәре диаспораларынан мәктәп командалары составында 13-15 йәшлек егеттәр һәм ҡыҙҙар, шулай уҡ Рәсәй мәктәп спорт клубтары йыйылма командаһы ҡатнашыуы көтөлә. Беҙгә Рәсәйҙән, Азербайжандан, Әрмәнстандан, Белоруссиянан, Үзбәкстандан 450 йәш спортсы килер, тип көтәбеҙ. Ярыштар 7 спорт төрө буйынса үткәрелә, - тип һөйләне Ирек Сәғитов.
Ултырышта Рәсәй мәктәп спорты федерацияһы башҡарма директоры урынбаҫары Борис Сосков ҡатнашты. Ул фестивалдә туғыҙ илдең спортсылары ҡатнашасағын раҫланы. Бынан тыш, ярыштарҙа Рәсәй биләмәһендә йәшәгән БДБ илдәре командалары ла ҡатнашасаҡ. Ҡатнашыусылар составына илебеҙ исеменән сығыш яһаған Рәсәй субъекттары мәктәп беренселектәрендә еңеүсе командалар, шулай уҡ Башҡортостан һәм республика биләмәһендә йәшәгән диаспораларҙың мәктәп командалары ингән.
Республиканың спорт министры Руслан Хәбибов әйтеүенсә, барлыҡ әҙерлек саралары тулы күләмдә үткәрелгән. Фестиваль сиктәрендә мини-футбол, волейбол, баскетбол, өҫтәл теннисы, бадминтон, шахмат кеүек спорт төрҙәре буйынса ярыштар үтәсәк.
Башҡортостан Республикаһының Спорт-тамаша сараларын ойоштороу һәм үткәреү буйынса дирекцияһы идарасыһы Анна Двойнина фестиваль программаһын әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу тураһында һөйләне. Ул, баскетбол, өҫтәл теннисы, бадминтон, шахмат буйынса ярыштар Р.А. Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә үтәсәк, тип хәбәр итте. Мини-футбол буйынса ярыштар Өфөнөң 32-се спорт мәктәбендә үтәсәк. Волейбол - «Динамо» спорт комплексында. Судьялар бригадаһы ойошторолған. Төп программанан тыш, йәш спортсылар һәм фестиваль ҡунаҡтары өсөн мәҙәни программа һәм экскурсиялар ойошторола.
Шулай уҡ фестивалдең ойоштороу комитеты ултырышында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, шул иҫәптән янғын һәм медицина тәьминәте, ҡатнашыусыларҙы урынлаштырыу һәм туҡландырыу мәсьәләләре ҡаралды.
Ирек Сәғитов, фестивалдә ҡатнашыусылар - балалар һәм үҫмерҙәр булыу сәбәпле, бөтә ойоштороусыларға ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Беҙгә фестивалде барлыҡ хәүефһеҙлек талаптарын үтәп, юғары кимәлдә үткәреү зарур. Бындай халыҡ-ара ярыштар балалар-үҫмерҙәр спортының абруйын күтәреүгә һәм популярлаштырыуға ҙур өлөш индерер, тип ышанабыҙ, - тине вице-премьер.
Белешмә өсөн:
БДБ илдәре араһында Халыҡ-ара мәктәп спорты фестивален үткәреү тәҡдимен 2012 йылда Бөтә Рәсәй мәктәп спорты федерацияһы күтәреп сыҡты һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһендә ҡатнашыусы дәүләттәрҙең Парламент-ара ассамблеяһы, БДБ дәүләттәренең Дәүләт-ара гуманитар хеҙмәттәшлек фонды, Рәсәй Хеҙмәттәшлек һәм спорт министрлығы тарафынан хуплау тапты, ә 2013 йылдан алып был сара йыл һайын илдең төрлө төбәктәрендә үткәрелә.
Фестивалде ойоштороусылар - Рәсәйҙең Спорт министрлығы, Мәғариф министрлығы, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренең дәүләт-ара гуманитар хеҙмәттәшлек фонды, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең Башҡарма комитеты, Бөтә Рәсәй мәктәп спорты федерацияһы, төбәктәр хакимиәте.