Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
6 Ноябрь 2022, 05:28

Бында буласаҡ игенселәр әҙерләнә

Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында ауыл хужалығы кадрҙары әҙерләүгә ҙур иғтибар бүленә.Уҡыу йортонда белем алыусылар миҙгелле кампанияларҙа ҡатнашып, ысын ер улы булып үҫә.

Бында буласаҡ игенселәр әҙерләнәБында буласаҡ игенселәр әҙерләнә
Бында буласаҡ игенселәр әҙерләнә

Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы төбәктең ауыл хужалығы тармағы өсөн белгестәр әҙерләүҙә ҙур роль уйнай.Уҡыу йортонда белем алыусы йәштәр райондың, төбәктең һәм илдең иң алдынғы предприятиеларында практика үтә, тәүге хеҙмәт сынығыуы ала.

Колледждың уҡыу-производство баҫыуҙарында иген һәм техник культуралар үҫтерелә һәм миҙгелле кампанияларҙа студенттар әүҙем ҡатнаша.21-се төркөм уҡыусылары Инсаф Дауытбаев, Рәшит Ғәбитов һәм Артем Горюнов сәсеү һәм урып-йыйыу эштәрендә әүҙем ҡатнашып, район хакимиәтенең Рәхмәт хаты һәм сертификаты менән бүләкләнде.Награданы хакимиәт башлығы урынбаҫары Азат Шәрипов тапшырҙы. 

Афарин!Тап ошондай йәштәр - ауыл киләсәге!

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас