Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
2 Ноября 2022, 10:39

Халыҡтар дуҫ булһын!

Халыҡтар берҙәмлеге көнө оло әһәмиәткә эйә, ул дуҫлыҡҡа өндәй, йәштәрҙе илһөйәрлек һәм гражданлыҡ рухында тәрбиәләй, быуындар бәйләнешен нығыта торған көн. Ошо байрам уңайынан балалар ижады көнөндә конкурс уҙғарылды. Конкурста 10 команда көс һынашты. Улар башта сәләмләп үттеләр, унан етеп килгән байрам менән ҡотланылар. Концерт номерҙары ла күрһәттеләр. Байрамға бәйле йолаларҙы, традицияларҙы һөйләнеләр. Аҙаҡ республикала йәшәгән төрлө милләт халыҡтарының милли аш-һыуҙарына презентация үткәрҙеләр.  

Халыҡтар дуҫ булһын!Халыҡтар дуҫ булһын!
Халыҡтар дуҫ булһын!

Халыҡтар берҙәмлеге көнө оло әһәмиәткә эйә, ул дуҫлыҡҡа өндәй, йәштәрҙе илһөйәрлек һәм гражданлыҡ рухында тәрбиәләй, быуындар бәйләнешен нығыта торған көн.

Ошо байрам уңайынан балалар ижады көнөндә конкурс уҙғарылды. Конкурста 10 команда көс һынашты. Улар башта сәләмләп үттеләр, унан етеп килгән байрам менән ҡотланылар. Концерт номерҙары ла күрһәттеләр. Байрамға бәйле йолаларҙы, традицияларҙы һөйләнеләр. Аҙаҡ республикала йәшәгән төрлө милләт халыҡтарының милли аш-һыуҙарына презентация үткәрҙеләр.

Балаларҙың конкурсҡа кейеп килгән кейемдәре һәр төрлө милләтте сағылдырҙы. Улар араһында башҡорттар ҙа, татарҙар ҙа, сыуаштар ҙа, яҡуттар ҙа, чечендар ҙа, ҡаҙаҡтар ҙа, мордвалар ҙа, үзбәктәр ҙә бар ине. 

Сара бик күңелле үтте. Бар конкурсанттар ҙа Почет грамоталары менән татлы бүләктәр алып һөйөндөләр. Аҙаҡ үҙҙәре үк алып килгән аш-һыуҙан ауыҙ иттеләр. 

Тормошта ла шулай һәр төрлө милләт халыҡтары дуҫ йәшәһен! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас