+24 °С
Ямғыр


Республиканың агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәрен тәүҙә Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов, БР Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин тәбрикләне һәм юғары дәүләт наградалары тапшырҙы.
Һуңынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылыш булды.Радий Фәрит улы ауыл хужалығы продукцияһы етештереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән райондарҙы тәбрикләне.Урал аръяғы төбәге буйынса иң яҡшы һөҙөмтәгә Баймаҡ районы иреште һәм Башҡортостан Башлығының дипломына лайыҡ булды.
Афарин, төбәк аграрийҙарын юғары награда менән ҡотлайбыҙ!