

Нур Әхмәр улы Баймаҡ мәғлүмәт үҙәгендә оҙаҡ йылдар водитель булып эшләй.Ошо ваҡыт эсендә ул үҙен ысын мәғәнәһендә эшенең оҫтаһы итеп танытты, намыҫлы хеҙмәте менән коллективтың һәм коллегаларының хаҡлы ихтирамын яуланы.
Тапшырылған һәр бурысты ваҡытында һәм сифатлы итеп башҡарыу, коллективтың һәр ағзаһы менән яҡшы мөғәмәлә булыу, ярҙамға килергә әҙер тороу, автомобилде һәр саҡ төҙөк тотоу - бына ошондай матур сифаттар биҙәй Нур Яҡшығоловты.
Нур Әхмәр улы коллективтың ғына түгел, ә райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, "Хәрби туғанлыҡ" ойошмаһы ағзаһы булып тора.Ҡалала һәм районда ойошторолған спорт сараларында һәр саҡ әүҙем ҡатнаша, сәләмәт тормош алып бара.Балаларында ла спортҡа һөйөү тәрбиәләй.
Үҙ эшенең ысын оҫтаһы, өлгөлө ғаилә башлығы, әүҙем йәмәғәтсе һәм спортсы ул беҙҙең Нур.Афарин, һәр саҡ шундай уңған булып ҡал, һөнәри байрамың менән!