Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
30 Октябрь 2022, 13:11

Баймаҡ көрәшселәре еңеүсе булып танылды

Күмертау ҡалаһында һәм Туймазы районында үткән милли көрәш буйынса ярыштарҙа баймаҡтар йәнә иң көслө көрәшселәр булыуын иҫбатланы

Баймаҡ көрәшселәре еңеүсе булып танылдыБаймаҡ көрәшселәре еңеүсе булып танылды
Баймаҡ көрәшселәре еңеүсе булып танылды

Күмертауҙа үткән республика ярышында беҙҙең райондан балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе спортсылары Солтан Миңлебаев, Тимур Тимербулатов, Рамаҙан Яҡупов, Руслан Дәүләтбаев турнир еңеүселәре булды.Әмир Һибәтуллин, Мансур Ҡунсбаев - икенсе, Ильяс Дәүләтбаев, Бари Миңлебаев, Илмир Хисмәтуллин һәм Тамир Ҡәйүмов өсөнсө урынды яуланы.

Шул уҡ көндө Туймазыла үткән асыҡ беренселектә беҙҙең райондан Ильяс Байымов һәм Рөстәм Дәүләтбаев чемпион булып танылды.Вилнур Ноғоманов иһә бронза миҙал яуланы.

Был, әлбиттә, райондың милли көрәш федерацияһының (рәйесе Илшат Хәмитов) оҙаҡ йылдар алып барған ныҡышмалы хеҙмәте тураһында һөйләй.Әйткәндәй, бөгөн Рәсәйҙә Тренер көнө билдәләнә.Тренерҙарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ, яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!Йәш көрәшселәргә яңы үрҙәр юлдаш булһын!

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас