Новости
28 Октября 2022, 14:59

Игенсегә дан йырланды

Район халыҡ ижады үҙәгендә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сара булды.

Игенсегә дан йырландыИгенсегә дан йырланды
Игенсегә дан йырланды

Район аграрийҙарын, ветерандарҙы, тантанаға килеүселәрҙе Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов, район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев ихлас тәбрикләне, иң изге теләктәрен еткерҙе.

-Баймаҡ районы республиканың аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итеүҙә ҙур роль уйнай, - тине Ирек Искәндәр улы.-Был фекерҙе быйылғы йыл тағы бер ҡат иҫбатланы - төбәк аграрийҙары мул уңыш үҫтереп алды, Урал аръяғы райондары араһында ашлыҡтың тулайым йыйымы, ауыл хужалығы тауары етештереү күләме буйынса 1-се урынға сыҡты.

Министр урынбаҫары Баймаҡ районы аграрийҙарының хеҙмәтен юғары баһалап, иң-иңдәргә юғары дәүләт наградалары тапшырҙы.

Фәнис Ғәбдрәшит улы ауыл хужалығы тармағының быйылғы һөҙөмтәләре менән таныштырҙы, район хеҙмәт ярышына йомғаҡ яһаны, иң юғары уңышҡа ирешкәндәргә район наградаларын тапшырҙы.

Район башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов "Һөнәре буйынса иң яҡшыһы" исеменә лайыҡ булған хеҙмәтсәндәрҙе, студенттарҙы тәбрикләне.

Гостехнадзор инспекцияһы начальнигы Булат Байрамғолов техосмотр осоронда иң яҡшы һөҙөмтәгә ирешкән етәксе-белгестәргә Башҡортостан Республикаһы Гостехнадзор инспекцияһының наградаларын тапшырҙы.

Тантаналы сара халыҡ ижады үҙәге, ҡала һәм район таланттарының ҙур концерты менән тамамланды.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас