

Беренсе Төркмән ауылы район Ҡоролтайының "Сәләмәт ауыл-2022" конкурсында ҡатнаша һәм был йүнәлештә бик әүҙем эш алып бара.Ошо маҡсатта төрлө саралар ойошторола, уларҙа халыҡ әүҙем ҡатнаша.
Бөгөн төркмәндәр тағы бер маҡтаулы һәм изге эште атҡарып ҡуйҙы - "Ҡоролтай" аллеяһы төҙөнө.Моҡас ауыл биләмәһе башлығы Нияз Атанғолов етәкселегендә ир-егеттәр өмәгә сыҡты.Фуат Ишморатов, Дәүләт Яҡупов, Фәтих Вәлитов, Йәүҙәт Еникеев, Радмир Ниғмәтуллин, Мөбәрәк Солтанғазин, Илдар Бүләкәнов, Әнүәр Йөрмөхәмәтов, Ғәббәс Танһыҡҡужин, Миңлеғәле Атанғолов, Айҙар Мөбәрәков, Мансур Шакиров, Артур Уралбаев, Ридаль Йәнғәлин, Таһир Уралбаев, Иршат Исрафиловтарҙың тырышлығы менән барлыҡҡа килде был аллея.
Төйәләҫ йылғаһы буйында барлыҡҡа килгән аллея киләсәктә ауылға йәм бирер, тигән өмөт һәм ышаныс бар.