Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
26 Октябрь 2022, 08:18

Хеҙмәте менән абруй яуланы

Бөгөн райондың агрономия хеҙмәте етәксеһе Нәжип Хәсәнов үҙенең матур ғүмер байрамын билдәләй

Хеҙмәте менән абруй яуланыХеҙмәте менән абруй яуланы
Хеҙмәте менән абруй яуланы

Район иҡтисадында мөһим роль уйнаған тармаҡ булараҡ, был өлкәгә район гәзите биттәрендә төп урын бирелә.Төбәктең агросәнәғәт комплексының бөгөнгө һулышы, үҫеш перспективалары, ауыл хужалығы кампаниялары, фермер хужалыҡтарының эшмәкәрлеге "Һаҡмар" гәзите биттәрендә даими баҫыла һәм халыҡ тарафынан бик йылы ҡабул ителә.

Гәзит өсөн материалдар әҙерләүҙә беҙ район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов етәкләгән коллективтың ярҙамына таянып эшләйбеҙ.Беҙҙең ныҡлы хеҙмәттәшлек оҙаҡ йылдар уңышлы дауам итә һәм үҙенең тос емештәрен бирә."Һаҡмар" гәзитенең ауыл хужалығы темаһын яҡтыртыу буйынса республика кимәлендә алдынғылыҡты бирмәүе, федераль гранттарға эйә булыуы тап шул хаҡта һөйләй.

Райондың баш агрономы Нәжип Ишбулды улы Хәсәнов беҙҙең гәзит менән байтаҡ йылдар әүҙем хеҙмәттәшлек итә.Миҙгелле кампаниялар осоронда ул беҙҙең менән бергә ауыл хужалығы предприятиеларында, фермер хужалыҡтарында булып, эштәр менән яҡындан таныштыра, етәкселәр, белгестәр менән осраштыра.

Нәжип Ишбулды улы - белемле, бай тәжрибәгә эйә һәм ойоштороу һәләте булған, һәр кем менән уртаҡ тел таба белгән белгестәрҙең береһе.Тармаҡты яҡшы белгән етәксе булараҡ, быйыл райондың үҫемлекселек тармағында өлгәшкән уңыштарында уның да тос өлөшө бар.

Хөрмәтле Нәжип Ишбулды улын юбилейы менән ҡотлайбыҙ, теләктәрҙең иң изгеләрен еткерәбеҙ!

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас