+24 °С
Дождь


Ишейҙәр район гәзитенә һәр ваҡытта ла әүҙем яҙыла, баҫма менән оҙаҡ йылдар хеҙмәттәшлек итә.Был төбәктә Гәзиткә яҙылыусы көнө юғары кимәлдә ойошторола, халыҡ был сарала әүҙем ҡатнаша.
Фәрзәнә Ҡотлобаева 2023 йылға тулыһынса яҙылып, "Һаҡмар"ға яҙыл һәм бүләк от!" уйынында төп призды - "Мечта" электр плитәһен отто."Гәзиткә яҙылмай ҡалғаным юҡ, баҫма бик оҡшай, - тине ул, -ошондай шәп приздар уйнатҡанығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт!"
Фәрзәнә апайҙы ҡотлайбыҙ һәм артабан да беҙҙең дуҫыбыҙ булып ҡалырына ышанабыҙ.
Акцияның икенсе этабы 24 октябрҙә старт алды һәм ул 30 ноябргә тиклем дауам итә.Был осорҙа яҙылыусылар араһында тағы ла еллерәк приздар уйнатыла.