+21 °С
Болотло


Йәйгеһен Башҡортостан төҙөүселәре һәм ирекмәндәр Луганск Халыҡ Республикаһында М.Шайморатов исемендәге 22-се Петровка мәктәбен капиталь ремонтлауҙа ҡатнашты.Унда беҙҙең райондан да ир-егеттәр барҙы.Ҡолсоранан Таһир Бурһыҡбаев һәм Илнар Мәхмүтов, Ишбирҙенән Рәил Моратов, Йылымдан Флүр Рәхмәтуллин, Яраттан Салауат Дәүләтбаевтар үҙҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәте менән мәктәпте төҙөкләндереүгә лайыҡлы өлөш индерҙе.Был егеттәр Өфө ҡалаһы ҡала округының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.