+21 °С
Болотло


Үрге Яйыҡбай ауылы халҡы Мирсай зыяратын яңынан кәртәләп алды.Бының өсөн тәүҙә төҙөлөш материалдары өсөн 300 мең һумдан ашыу аҡса йыйылды.Артабан инде кәрәкле материалдар һатып алынды һәм яйыҡбайҙар ең һыҙғанып эшкә тотондо.Ике аҙна эсендә зыярат капиталь ремонтланды.Тимер бағаналар ултыртылды, зыярат профлист менән кәртәләнде.
Афарин, яйыҡбайҙар!Берҙәмлектә - көс!