+21 °С
Болотло


Бөгөнгө Ишей ауылының социаль-иҡтисади тормошонда шәхси эшҡыуар Анатолий Филиндың хеҙмәте ҙур.Ул етәкләгән предприятие ауыл халҡын эш һәм лайыҡлы хеҙмәт хаҡы менән тәьмин итә, ойошторолған сараларға үҙенең тос өлөшөн индерә, спонсор булараҡ сығыш яһай.
Ауылды үҫтереүгә лайыҡлы өлөш индергәне өсөн эшҡыуар күп тапҡырҙар район һәм республика кимәлендәге наградалар менән билдәләнде.
(һүрәттә: юғары награданы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов тапшыра).