

Ошо йома Ҡазан ҡалаһында хәрби әҙерлек үтеүсе яҡташтарыбыҙға райондың фермерҙары, ауыл хужалығы предприятиелары һәм ауыл хужалығы тауары етештереүсе шәхси предприятиелары тарафынан әҙерләнгән гуманитар ярҙам оҙатылғайны.Ярҙамды район башлығы Фәнис Әминев үҙе алып барып тапшырҙы.
Әйтергә кәрәк, район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов бынан алда район фермерҙарына һәм ауыл хужалығы предприятие етәкселәренә Ватан һаҡсыларына ярҙам күрһәтеү өсөн мөрәжәғәт иткәйне.Тиҙ арала 250 мең һум аҡса йыйылды.Яҡташ яугирҙәребеҙҙең һорауы буйынса 2 бензогенератор, 4 "Штиль" бензобысҡыһы, 1 тепловизор, 8 бинокль, удлинителдәр, фонарҙәр һәм башҡа кәрәк-яраҡ һатып алынды һәм улар ваҡытында барып етте.
Ил төкөрһә, күл була, ти халыҡ мәҡәле.Был тәңгәлдә аграрийҙарға "афарин" тиергә ҡала.Егеттәребеҙ иһә имен-һау әйләнеп ҡайтһын!