Новости
23 Октябрь 2022, 16:16

Үҙ эшенең ысын оҫтаһы

Бөгөн илдә Реклама хеҙмәткәре көнө билдәләнә."Һаҡмар" гәзитенең реклама бүлеге хәбәрсеһе Әлфиә Хәсән ҡыҙы Байегетова тап ошо өлкәлә оҙаҡ йылдар уңышлы эшләгән һәм ҙур абруй ҡаҙанған журналистарҙың береһе.

Әлфиә Хәсән ҡыҙы - район матбуғатын үҫтереүгә лайыҡлы өлөш индергән, оҙаҡ йылдар ошо өлкәлә намыҫлы хеҙмәт иткән, халыҡтың һәм коллективтың ныҡлы ихтирамын һәм абруйын ҡаҙанған аҫыл ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе ул.

Хеҙмәт баҫҡыстарын лайыҡлы үткән Әлфиә Хәсән ҡыҙы бына оҙаҡ йылдар инде "Һаҡмар" гәзитенең реклама бүлеген етәкләй.Иңенә йөкмәтелгән бурысты ваҡытында һәм теүәл үтәү, эшенә яуаплы ҡараш, иғлан, ҡотлау, реклама биреүсе һәр кеше менән яҡшы мөғәмәлә булыу кеүек матур сифаттар хас уға.

Әлфиә Хәсән ҡыҙы коллективтың, райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы булып тора.Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының, БР Журналистар союзының, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының, район хакимиәтенең күп һанлы наградалары менән бүләкләнгән.

Һөнәри байрамығыҙ менән, хөрмәтле Әлфиә Хәсән ҡыҙы!

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас