Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
22 Октябрь 2022, 14:22

Йәрминкә бөгөн нисек үтте?

Баймаҡтар сифатлы һәм сағыштырмаса арзан хаҡҡа ауыл хужалығы продукцияһы һатып алды

Йәрминкә бөгөн нисек үтте?Йәрминкә бөгөн нисек үтте?
Йәрминкә бөгөн нисек үтте?

Билдәле булыуынса, аҙна һайын Баймаҡта ауыл хужалығы йәрминкәләре үткәреү хәҙер инде матур йолаға әүерелгән.Бөгөн дә ҡаланың үҙәгендәге "Континет" магазины биләмәһендә йәрминкә ойошторолдо.

Әйтергә кәрәк, был юлы ла фермер хужалыҡтары, шәхси хужалыҡтар, эшҡыуарҙарҙың продукцияһы халыҡта ҙур һорау менән файҙаланды.Ите лә, картуфы ла, кәбеҫтәһе лә, һөт ризыҡтары ла, башҡаһы ла күп булды.Айырыуса һыйыр һәм йылҡы итен күпләп тәҡдим иттеләр, уның килограмын 400-450 һум менән һатып алырға мөмкин булды.Кәбеҫтәнең килограмы - 20 һум.

Йәрминкәләр артабан да ойоштороласаҡ.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас