Новости
22 Октябрь 2022, 18:37

Билалдар был юлы ла һынатманы!

Сибайҙа ҡаланың почетлы гражданы, дәүләт эшмәкәре һәм ғалим Зиннур Йәрмөхәмәтов призына "Атайсал" гәзите ойошторған "Тере хәтер" конкурсында Билал ауылының "Хәтер" төркөмө маҡтаулы икенсе урынды яуланы.

Билалдар был юлы ла һынатманы!Билалдар был юлы ла һынатманы!
Билалдар был юлы ла һынатманы!

Ошо йома Сибайҙа халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, ғалим һәм педагог, дәүләт эшмәкәре Зиннур Йәрмөхәмәтовтың яҡты иҫтәлегенә арналған саралар ойошторолдо, уның исеме мәңгеләштерелде.

Сарала төбәк гәзите иғлан иткән "Тере хәтер" конкурсына йомғаҡ яһалды.Унда Билал ауылының "Хәтер" төркөмө лә әүҙем ҡатнашып, икенсе урынға лайыҡ булды.Диплом һәм премия Билал ауыл китапханасыһы, "Хәтер" төркөмө ағзаһы Райхана Булатоваға тапшырылды.Афарин, ҡотлайбыҙ!

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас