+21 °С
Болотло


Илнур Ишмөхәмәтов етәкләгән Ишмөхәмәт ауыл биләмәһендә ауылдарҙы төҙөкләндереү, юлдарҙы ремонтлау, шишмәләрҙе кәртәләүгә ҙур иғтибар бүленә һәм был тәңгәлдә ул күптәргә үрнәк булып тора.
Юлдарҙы һәм күперҙәрҙе ремонтлау йәһәтенән бында йыл да ғәйәт ҙур эштәр бойомға ашырыла.Быйыл да был өлкә иғтибарһыҙ ҡалманы - ауыл башлығының тырышлығы, район хакимиәтенең ярҙамы менән Ишмөхәмәт ауылындағы Мәхмүт Ғәлин, Һәҙиә Дәүләтшина һәм Батыр Вәлид урамдарына ҡырсынташ түшәлде; Байыш ауылындағы урамдарҙын 1 километры төҙөкләндерелде.Шулай уҡ 4 км арауығындағы Ишмөхәмәт - Янғаҙы юлы ла ремонтланды - таш түшәлде.