

Фуат Сәйетов етәкләгән Таулыҡай ауыл биләмәһе халҡы махсус хәрби операцияға юлланған яҡташтарыбыҙға арнап ойошторолған акцияларға әүҙем ҡушылды.Ауылдар халҡы аҡса йыйып, төрлө әйберҙәр әҙерләне, ойоҡбаш-бейәләйҙәр бәйләне һәм посылкалар оҙатты, ҡорбандар салынды.
Ауылдар халҡы Баймаҡ районы башҡорттары һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы, "Һаҡмар" гәзите ойошторған ярҙам акцияларына ихлас ҡушылды.Ошо маҡсатта бөгөн Буранбай ауылы халҡы "Күңел йылыһы һеҙгә, батырҙарыбыҙ!" исемле шәп сараға йыйылды.Буранбайҙар ауыл китапханаһына дәррәү йыйылып, яугирҙар өсөн махсус бәйләгән ойоҡбаш-бирсәткәләрҙе тапшырҙы.
Сарала Таулыҡай ауыл биләмәһе башлығы Фуат Сәйетов, китапхана мөдире Зәкиә Ғәйетбаева, ағинәйҙәр Фәриҙә Һағынбаева һәм Миңъямал Раева, сәсәниә Рәхимә Ғәйетбаева, клуб мөдире Гүзәл Әминева сығыш яһаны.
Сараның икенсе өлөшөндә буранбайҙар дәррәү "Һаҡмар"ға яҙылды һәм бүләктәр отоп ҡыуанды.Барлығы 41 кеше район баҫмаһы менән дуҫлығын тағы ла ярты йылға оҙайтты.
Афарин, буранбайҙар, ысын дуҫтар шулай була!