Новости
14 Октябрь 2022, 09:45

Беҙҙекеләр шулай ул!

Ашығыс хеҙмәт белгестәре Баймаҡ районында бәшмәк йыйып аҙашҡан дүрт кешегә урмандан сығырға ярҙам иткән...

Беҙҙекеләр шулай ул!Беҙҙекеләр шулай ул!
Беҙҙекеләр шулай ул!

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, ашығыс хеҙмәт белгестәре Баймаҡ районында бәшмәк йыйып аҙашҡан дүрт кешегә урмандан сығырға ярҙам иткән.

Төркөмдә биш йәшлек бала ла булған. Кире юлға сыға алмай аҙашҡандарын аңлағас, бәшмәкселәрҙең береһе ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратҡан. Оператор кешеләрҙең ҡайҙа икәнлеген ҡабул иткән, ярҙамға Сибай төбәк эҙләү отряды ҡотҡарыусылары юлланған. Улар тиҙҙән аҙашыусыларға барып юлыҡҡан – бер кем дә зыян күрмәгән.  

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас