

Фәтих Шәкүр улы ғүмерен урындағы хужалыҡты үҫтереүгә арнай, намыҫлы хеҙмәте менән абруй ҡаҙана.Хаҡлы ялда булһа ла шәхси хужалығын үҫтереүгә бар көсөн һала, малын да, ҡош-ҡортон да аҫрай, йәшелсәһен дә үҫтерә.Күпләп картуф сәсә улар.27 сутый майҙандан ғаилә 320 биҙрә картуф йыйып ала.Артып ҡалғанын йәрминкәләргә, баҙарға алып сығалар.
Ошо уҡ ауылдан Зиннур Мәжит улы ла бар хеҙмәт юлын урындағы совхозды үҫтереүгә арнай, намыҫлы хеҙмәте менән хөрмәт ҡаҙана.Хужалыҡ тарҡалғас, шәхси хужалығын үҫтереүгә тотона.Малсылыҡ, ҡошсолоҡ, баҡсасылыҡ менән маҡсатлы шөғөлләнә улар һәм яҡшы табыш алалар.Картуфты ғына ла улар 50 сутый майҙанда үҫтерә һәм йылдың-йылы Баймаҡ халҡын ошо сифатлы продукцияһы менән тәьмин итә.
Ошондай уңған ғаиләләре менән билдәле ул беҙҙең төбәк һәм ундайҙар һаны артҡандан-артһын!