

Баш ҡалабыҙ Өфөлә һәр шәмбе ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола.Баймаҡ ҡалаһының "Экопродукт" йәмғиәте аҙна һайын Өфө ҡалаһына үҙе етештергән продукцияһын тәҡдим итә.Спорт һарайы, Йәштәр һарайы алдындағы майҙансыҡта, С.Орджоникидзе исемендәге майҙанда, Эшсе хәбәрселәр урамында һәм ҡаланың Дим районында ойошторолған ауыл хужалығы йәрминкәләрендә Баймаҡта етештерелгән аҙыҡ-түлекте һатып алырға мөмкин.Атап әйткәндә, "Экопродукт" ҡымыҙ, пастерелизацияланған һөт, һыйыр майы, ҡаймаҡ, эремсек һәм ҡорот менән һатыу итә.Йәмғиәттең продукцияһы һәр ваҡыт ҙур һорау менән файҙалана.Өфө халҡы Баймаҡта етештерелгән аҙыҡ-түлектең юғары сифатлы, тәмле, тәбиғи булыуын айырым һыҙыҡ өҫтөнә ала һәм беҙҙекеләрҙе һәр саҡ көтөп ала.Афарин!