Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
9 Октябрь 2022, 13:12

Был төбәк уңған ғаиләләре менән дан тота

Күгиҙел ауылында берҙәм, тырыш, эшһөйәр халыҡ йәшәй.Алсу һәм Вәкил Рамазановтар - тап шундай уңған ғаиләләрҙең береһе

Был төбәк уңған ғаиләләре менән дан тотаБыл төбәк уңған ғаиләләре менән дан тота
Был төбәк уңған ғаиләләре менән дан тота

Алсу һәм Вәкил Рамазановтарҙы Билал ауыл биләмәһендә иң уңған ғаиләләрҙең береһе булараҡ беләләр һәм хөрмәт итәләр.Улар малсылыҡ, ҡошсолоҡ, баҡсасылыҡ менән маҡсатлы шөғөлләнә, һәр тармаҡтан яҡшы табыш ала.Тырыш, ныҡышмалы хеҙмәттең асыҡ һөҙөмтәһе был.

Рамазановтар Баймаҡта ойошторолған ауыл хужалығы йәрминкәләрендә һәр саҡ әүҙем ҡатнаша, йәкшәмбе баҙарына ла сыға.Улар тәҡдим иткән картуф, йәшелсә һәм башҡаһы халыҡта ҙур һорау менән файҙалана.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас