Новости
9 Октября 2022, 06:01

Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө менән!

Бөгөн иң мәртәбәле байрамдарҙың береһе - Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә.Уны Баймаҡ районы аграрийҙары ниндәй ҡаҙаныштар менән ҡаршылай?

Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө менән!Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө менән!
Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө менән!

Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө - илебеҙҙә иң мөһим байрамдарҙың береһе.Был тәбиғи ҙә, сөнки ауыл хужалығынан тыш ил иҡтисадын, уның тормошон бер нисек тә күҙ алдына килтереп булмай.

Баймаҡ районы Башҡортостандың аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итеүгә тос өлөш индергән, иң сифатлы иген һәм күпләп мал аҫраған төбәктәрҙең береһе.Һуңғы тиҫтә йылдағы аяуһыҙ ҡоролоҡ ауыл хужалығына хәтәр һынауҙар ҡуйыуына ҡарамаҫтан, ауыл хеҙмәтсәне уны батырҙарса кисерҙе, тармаҡты һаҡлап ҡала алды.

Быйылғы йыл аграрийҙарҙы бик ҡыуандырҙы.Ныҡышмалы хеҙмәт, ергә булған һөйөү һәм, әлбиттә, һауа шарттарының яҡшы булыуы ауыл хужалығы культураларынан мул уңыш алыу мөмкинлеге бирҙе.Быйыл иген культураларының тулайым йыйымы 200 мең тоннанан ашты.Гектар ҡеүәте лә тос булды.Был күрһәткес буйынса беҙҙең төбәк Башҡортостанда иң яҡшы биш төбәк исемлегенә инә.

2022 йылдың 8 айы йомғаҡтары буйынса райондың ауыл хужалығы тармағы 2,7 процент үҫешкә өлгәште.Был яҡшы күрһәткес.Республика көнө менән тәбрикләү сығышында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов та аграрийҙарҙың уныштарын юғары баһаланы.

Байрам менән, хөрмәтле ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре!

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас