+21 °С
Болотло


Республика көнө уңайы менән ойошторолған тантаналы йыйылышта район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев Таңсулпан Ғариповаға "Баймаҡҡа фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн" маҡтаулы билдәһе тапшырҙы.Был юғары наградаға танылған әҙибә оҙаҡ йылдар ижади эшмәкәрлеге, Баймаҡ районында рухи-әхлаҡи, мәҙәни традицияларҙы һаҡлау һәм үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн лайыҡ булды.
-Баймаҡ ерендә тыуыуым менән бәхетлемен мин, - тине әҙибә.-Баймаҡ халҡы рухи ныҡлығы, боронғолоҡто һаҡлай алыуы, тарихи булмышыбыҙҙы бөгөнгәсә һаҡлап ҡалыуы менән феноменаль ул.Әҫәрҙәремдә лә тыуған төйәгемә булған һөйөүем ярылып ята, геройҙарым да Баймаҡ диалектында "һөйләшә".Минең хеҙмәтемде юғары баһалағанығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт, яҡташтарым!