

Кисә ҡалала һәм районда рәсми эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов булды.Вице-премьер Темәстә реконструкцияланыусы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында булды, ҡалала төҙөлөүсе объекттарҙағы эш барышы менән яҡындан танышты.
Илшат Азамат улы район китапханаһында әҙәби кабинет-музейҙы асыуҙа ҡатнашты, һуңынан халыҡ ижады үҙәгендә Республика көнө уңайы менән ойошторолған тантаналы йыйылышта баймаҡтарҙы тәбрикләне.
-Бөгөн илебеҙ еңел булмаған осор кисерә, - тине Илшат Азамат улы.-Көнбайыш беҙҙе йәнә һындырырға тырыша.Әммә күпте күргән халҡыбыҙ бындай ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмаҫ.Шуның өсөн дә беҙгә төрлө хәлдәргә әҙер булырға кәрәк.Беҙҙең көсөбөҙ - берҙәмлектә!Тап берҙәм булғанда ғына беҙ Тыуған илебеҙҙе һаҡлап ҡаласаҡбыҙ.