

Республика көнө уңайы менән ойошторолған тантаналы йыйылышта Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Йәүҙәт Биккинов, район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев ҡатнашты.
Үҙенең тәбрикләү сығышында Илшат Азамат улы Башҡортостандың социаль-иҡтисади тормошона ҡыҫҡаса анализ яһаны, уңыштарҙы билдәләне, республиканың Рәсәй үҫешендәге өлөшөн юғары баһаланы.
"Баймаҡ районы республика үҫешенә тос өлөш индерә,- тип билдәләне вице-премьер һәм был йүнәлештә башҡарылған эштәргә ҡыҫҡаса туҡталды.Атап әйткәндә, ауыл хужалығы, сәнәғәт, торлаҡ төҙөү, эшҡыуарлыҡ тармаҡтары буйынса яҡшы үҫешкә өлгәшелгән, милли проекттар ҙа уңышлы тормошҡа ашырыла.
Һуңынан Илшат Азамат улы хеҙмәттә юғары ҡаҙаныштарға ирешкәндәргә дәүләт наградалары тапшырҙы.
Район башлығы Фәнис Әминев район һәм ҡала халҡын Республика көнө менән ҡотланы, төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә байҡау яһаны, иң-иңдәрҙе тәбрикләне.
Тантана ҡала һәм район таланттары, халыҡ ижады үҙәге, балалар сәнғәт мәктәбе коллективтарының ҙур концерты менән тамамланды.