Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
6 Октябрь 2022, 05:40

Ысын хәбәрме - буш хәбәрме?

Бөгөн Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында 17 градусҡаса йылыта, тип хәбәр иттеләр Башгидрометтан...

Ысын хәбәрме - буш хәбәрме?Ысын хәбәрме - буш хәбәрме?
Ысын хәбәрме - буш хәбәрме?

Бөгөн Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында 17 градусҡаса йылыта, тип хәбәр иттеләр Башгидрометтан.

Синоптиктар мәғлүмәтенә ярашлы, 6 октябрҙә республикала болотло һауа торошо көтөлә. Көндөҙ бер аҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡтан секундына 7-12 метр. Һауа температураһы көндөҙ +9, +14 градус, көньяҡ-көнсығышта +17 градусҡа етеүе ихтимал.

Алдағы ике көндә республикала бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Һауа температураһы төндә +3, +8 градус була. Көндөҙ һауа +7, +12 градусҡаса йылына.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас