Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
5 Октябрь 2022, 11:10

Ауыл тренерҙарын ҡыуандырып

Башҡортостанда ауыл ерендә, эшсе ҡасабаларҙа һәм ҡала тибындағы ҡасабаларҙа, шулай уҡ 100 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларҙа спорт әҙерлеге менән шөғөлләнгән тренерҙарға бер тапҡыр бирелә торған компенсация 1 миллион һумға барып етте...

Ауыл тренерҙарын ҡыуандырыпАуыл тренерҙарын ҡыуандырып
Ауыл тренерҙарын ҡыуандырып

Башҡортостанда ауыл ерендә, эшсе ҡасабаларҙа һәм ҡала тибындағы ҡасабаларҙа, шулай уҡ 100 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларҙа спорт әҙерлеге менән шөғөлләнгән тренерҙарға 1 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләнә. Республика хөкүмәте муниципалитеттарға төбәк ҡаҙнаһынан аҡса бүлеү тәртибенә тейешле үҙгәрештәр индерҙе. Документ Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Компенсация 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң республиканың физкультура-спорт ойошмалары менән хеҙмәт килешеүҙәре төҙөгәндәргә түләнә.

Бынан алда ауыл ерендә һәм башҡа бәләкәй тораҡ пункттарҙа эшләгән тренерҙар бер тапҡыр 600 мең һум күләмендә аҡса алды.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас