Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
1 Октября 2022, 05:15

Президент килешеүгә ҡул ҡуйҙы

Рәсәй Федерацияһында дүрт яңы субъект барлыҡҡа килде...

Президент килешеүгә ҡул ҡуйҙыПрезидент килешеүгә ҡул ҡуйҙы
Президент килешеүгә ҡул ҡуйҙы

Кисә Ҙур Кремль һарайының Георгиевский залында Рәсәй составына яңы биләмәләрҙең инеүе тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһы уҙҙы.

Документҡа ҡул ҡуйыр алдынан Рәсәй президенты Владимир Путин Рәсәй, Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләре граждандарына мөрәжәғәт итте.

«Федераль Йыйылыш Рәсәйҙә дүрт яңы төбәктең барлыҡҡа килеүен хуплар тип ышанам, сөнки был – миллиондарса халыҡтың ихтыяры, уларҙың айырылғыһыҙ хоҡуғы», –  тине Владимир Путин.

Президент ДНР, ЛНР, Запорожье һәм Херсон өлкәләренең именлеген һаҡларға, инфраструктураһын тергеҙергә вәғәҙә бирҙе.

Килешеүгә Рәсәй Президенты Владимир Путин, ДНР башлығы Денис Пушилин, ЛНР башлығы Леонид Пасечник, Запорожье өлкәһе башлығы Евгений Балицкий һәм Херсон өлкәһе башлығы Владимир Сальдо ҡул ҡуйҙы. Хәҙер Рәсәй Федерацияһында дүрт яңы субъект барлыҡҡа килде.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас