Новости
1 Октябрь 2022, 09:05

Буласаҡ әсә яуаплы булһа...

Йөклөлөктөң тәүге 12 аҙнаһында иҫәпкә торған ҡатын-ҡыҙҙарға айына 6600 һум түләү ҡаралған. Бының өсөн ғаризаны ҡайҙа тапшырырға?..

Буласаҡ әсә яуаплы булһа...Буласаҡ әсә яуаплы булһа...
Буласаҡ әсә яуаплы булһа...

Башҡортостанда иртә срокта иҫәпкә торған 11 меңдән ашыу йөклө ҡатын-ҡыҙ пособие ала. Йыл башынан алып был түләүҙәрҙе финанслауға Пенсия фонды 292 миллион һум аҡса бүлгән, тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йөклөлөктөң тәүге 12 аҙнаһында иҫәпкә торған ҡатын-ҡыҙҙарға айына 6600 һум түләү ҡаралған. Пособие тәғәйенләгәндә килем (ул ғаиләнең һәр ағзаһына 12 110 һумдан артмаҫҡа тейеш), мөлкәт иҫәпкә алына. Әммә буласаҡ әсәнең ғаилә хәле һәм хеҙмәт статусы иғтибарға алынмай. Ғаризаны 12 аҙна йөклөлөктән һуң пенсия фондына тапшырырға кәрәк.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас