+21 °С
Болотло


Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы һәм райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы "Йөрәк йылыһы" исемле акция иғлан итә. Уның маҡсаты - хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә мөмкин тиклем ярҙам күрһәтеү, уларҙы көнкүреш кәрәк-яраҡтары менән тәьмин итеү, йөрәк йылыһын өләшеү.
Йылы ойоҡбаш, башлыҡ, йылы бирсәткә, шарф, гигиена саралары (теш пастаһы, һабын, ҡырыныу өсөн станок һәм башҡалар), жгуты булған аптечка, медикаменттар һәм башҡа әйберҙәрҙе урындағы ауыл биләмәһе хакимиәттәренә алып барып тапшырырға кәрәк. Кемдәр аҡса күсерергә теләй, улар ошо телефон номерҙары буйынса мөрәжәғәт итә ала: 8(34751) 2-25-58; 8 961 363 45 84. Йыйылған әйберҙәрҙе ауыл биләмәләре үҙәк район китапханаһына тапшыра.