+24 °С
Ямғыр


Республикала тәүге ҡар яуған. Балаҡатай районы Билән ауылына 26 сентябрҙә, ҡыш ҡунаҡҡа килгән.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, таулы райондарҙа ваҡытлыса ҡар ятыуы, ә башҡа райондарҙа ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнсығыштан секундына 5-10 метр, көндөҙ айырым райондарҙа секундына 15 метрға тиклем. Һауа температураһы төндә +1, +6, аяҙытҡанда 0, -5, көндөҙ +7, +12 градус. Тауҙағы автомобиль юлдарының айырым участкаларында төндә һәм иртән боҙлауыҡ.