Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Сентябрь 2022, 16:15

Йорттарға йылы киләсәк

27-29 сентябргә республикала уртаса тәүлек һауа температураһының +8 градусҡаса түбәнәйеүе көтөлә...

Йорттарға йылы киләсәк
Йорттарға йылы киләсәк

Башҡортостанда йылытыу миҙгелен башлау ваҡыты билдәле булды. Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы —Ҡоролтайҙа белдереүенсә, 27-29 сентябргә республикала уртаса тәүлек һауа температураһының +8 градусҡаса түбәнәйеүе көтөлә. Шул көндәрҙә йылытыу миҙгелен башлау тураһында ҡарар ҡабул ителергә мөмкин.

Башҡортостанда йылы биреүгә тулыһынса әҙерлек 15 сентябрҙә үк өлгәшелгән, тине Ирина Голованова. Әле 25 муниципалитетта социаль объекттарға, 664 күп фатирлы йортҡа йылы бирелә башлаған.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: