Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Сентябрь 2022, 22:39

Хеҙмәте менән абруй яуланы

Семеновск ауыл биләмәһе башлығы Рәсүл Сәлимов үҙенең олпат юбилейын билдәләй

Хеҙмәте менән абруй яуланы
Хеҙмәте менән абруй яуланы

Рәсүл Фәрит улы барлыҡ ғүмерен тыуған төйәген үҫтереүгә арнаған, намыҫлы хеҙмәте менән хаҡлы абруй ҡаҙанған ир-уҙамандарҙың береһе.Ул оҙаҡ йылдар Семеновскиҙа руда табыу предприятиеларында эшләй, яуаплы вазифаларҙы атҡара.Һуңғы йылдарҙа ул ауыл биләмәһен етәкләй.

Тап ул етәкселек иткән осорҙа Семеновск ауыл биләмәһе бөтөн яҡтан да ҙур үҫеш кисерҙе, төҙөкләндереү, инфраструктураны яҡшыртыу буйынса ғәйәт ҙур эштәр атҡарылды.Тап уның эште оҫта ойоштороуы, Семеновск руднигын ауыл мәсьәләләрен тормошҡа ашырыуға йәлеп итеүе арҡаһында бында күп проблемалар уңышлы хәл ителә.

Ауыл биләмәһе район Ҡоролтайы иғлан иткән проекттарҙа һәр саҡ әүҙем ҡатнаша, "Сәләмәт ауыл", "Сылтыр шишмә" конкурстарында еңеү яуланы.

Бөгөн Рәсүл Сәлимов үҙенең ғүмер байрамын билдәләй.Уны юбилейы менән тәбрикләп, теләктәрҙең иң изгеләрен еткерәбеҙ!

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: