+14 °С
Болотло
Зәбир Зәкир улы оҙаҡ йылдар "Таналыҡ" колхозында ветеринар булып эшләй, хужалыҡ тарҡалғас, йылҡысылыҡҡа тотона.Һуңғы йылдарҙа ул үҙмәшғүллек менән шөғөлләнә:йылҡы үрсетә, ҡымыҙ етештерә.
Бер үк ваҡытта уҙаман шәп кәсепкә йөҙ борған: ул ат сбруйы, сыбыртҡы, ҡамсы, йүгән һәм башҡа ат кәрәк-яраҡтары эшләү менән мауыға.Тап ошо эштәрҙе ул быйыл "Башҡорт аты" фестивалендә лә күрһәтте һәм юғары баһа алды.
Зәбир Рәхмәтуллин райондың "Ылаҡ" командаһы составында Ҡырғыҙстанда Бөтә донъя күсмә халыҡтары уйынында һәм башҡа бик күп ярыштарҙа еңеү яулап ҡайтты.
Афарин, башҡорт егеттәре бына шулай була!