Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Сентябрь 2022, 14:25

"Тамыр"ҙар шундай бит ул!

Республиканың ун мәктәбе һәм колледжы ҡушылды ла инде...

"Тамыр"ҙар шундай бит ул!
"Тамыр"ҙар шундай бит ул!

БСТ каналының "Тамыр" студияһы "Бишек" йәмғиәте менән берлектә "КультУРА" проектын бойомға ашыра. Ул мәҙәниәт фонды инициативаларын тормошҡа ашырыу Президент фондына ярашлы башҡарыла. 

"КультУРА" мәктәптәр студияһы медиаселтәре - ул музыка, сәнғәт мәктәптәренең ижади лабораторияһы ул. Был мәктәптәрҙә уҡыусылар үҙҙәренең ижады менән ҡыҙыҡлы итеп таныштырып бара. Әлеге ваҡытта медиаселтәрҙең эшенә республиканың 10 мәктәбе һәм колледжы ҡушылды. Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәтте "БСТ" һәм "Тамыр"ҙың тапшырыуҙары аша танышып барырға була. "КультУРА"ның тәүге фестивале 4 октябрҙә Өфөлә үтәсәк. Иң шәп яҙған, видео төшөргән һәм үҙ эшен күрһәтә белгән балалар билдәләнәсәк. Уларҙың эшен Рәсәйҙең билдәле журналистары баһалаясаҡ. Һәләтле балаларға үҫешеү өсөн бик шәп сара. Ҡатнашығыҙ! 

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: