-26 °С
Ясна
Ошо көндәрҙә "Берҙәм Рәсәй" партияһының киңәйтелгән ултырышы үтте. Уның эшен республика башлығы Радий Хәбиров үҙе етәкләне.
Радий Фәрит улы партияның коронавирус пандемияһы ваҡытында күрһәткән ҙур ярҙамы тураһында һөйләп үтте.
Артабан ул хәҙерге ваҡытта Украинала махсус операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам итеү мөһимлеген белдерҙе.
Шулай уҡ республика етәксеһе 2023 - 2024 йылдарҙа үтәсәк һайлау циклына туҡталды. Мәғлүм булыуынса, 20223 йылда БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға, ә 2024 йылда Рәсәй Президентын, республика Башлығын һайлау буласаҡ. Радий Фәрит улы мөһим сараға ҙур яуаплылыҡ менән әҙерләнеү мөһимлеген белдерҙе.
Гүзәл Иҫәнгилдина.