Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Сентябрь 2022, 20:58

Ҡоролтайсылар кәңәш ҡорҙо

Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы ҡарарҙары урындарҙа нисек тормошҡа ашырыла?Ауыл биләмәләре өсөн яуаплы булған башҡарма комитет ағзалары ошо хаҡта үҙҙәренең уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты.

Ҡоролтайсылар кәңәш ҡорҙо
Ҡоролтайсылар кәңәш ҡорҙо

Ултырышты асып, район Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов ойошма ҡабул иткән ҡарарҙарҙы урындарҙа тормошҡа ашырыу мәсьәләһен күтәрҙе.Ауыл биләмәләре беркетелгән башҡарма комитет ағзалары, урындарҙа булып, Ҡоролтай иғлан иткән "Сәләмәт ауыл", "Сылтыр шишмә", "Ҡоролтай аллеяһы"  һәм башҡа проекттарҙың нисек тормошҡа ашырылыуын, Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһындағы закондың нисек үтәлеүен, ауылдарҙағы төҙөкләндереү эштәрен ҡараны.Был хаҡта Хөрмә Биктимерова, Вәсимә Ямантаева, Шәрәфетдин Моталлапов, Рәсүл Сәлимов һәм ошо юлдарҙың авторы сығыш яһаны.

Ришат Вәкил улы "Айыҡ ауыл" республика конкурсының старт алыуын билдәләп, был бәйгегә барлыҡ ауыл биләмәләрен йәлеп итеү һәм әүҙем эш алып барыу талабын ҡуйҙы.

Р.В. Ишембәтов башҡарма комитет ағзаһы Ш.Ш.Моталлаповты юбилейы менән тәбрикләне, артабан да шулай әүҙем эш алып барырға саҡырҙы, хеҙмәтендә уңыштар теләне.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: