Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Сентябрь 2022, 14:10

Ә ниңә ҡатнашып ҡарамаҫҡа?

Лекция уҡы ла - 500 мең һум аҡсалата бүләк от!

Ә ниңә ҡатнашып ҡарамаҫҡа?
Ә ниңә ҡатнашып ҡарамаҫҡа?

Башҡортостан халҡы ла "Лига лекторов" тип аталған үҙенсәлекле конкурста ҡатнаша ала. Уны "Знание" Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы үткәрә. Конкурста урта һөнәри һәм юғары белеме булған 18 йәште үткән граждандар ҡатнаша ала. Конкурсанттар үҙ эшмәкәрлегендәге үҙенсәлекле белеме менән уртаҡлашырға тейеш йәғни ҡыҙыҡтырырлыҡ итеп лекция үткәрә алырға тейеш. Конкурс 8 йүнәлештә үтә. Уның финалы Мәскәү ҡалаһында аперль айында үтәсәк. Еңеүселәрҙе 500 мең һумлыҡ аҡсалата бүләк көтә. 

Заявкалар 25 сентябргә тиклем https://www.znanierussia.ru/ligalektorov. сайтында ҡабул ителә.

Әйҙәгеҙ, яҡташтар, ҡыйыуыраҡ!

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: