+15 °С
Болотло
Данлыҡлы моң эйәһе Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар конкурсы Башҡортостанда үткәрелеп килгән иң абруйлы бәйгеләрҙең береһе.Мәртәбәле конкурста Баймаҡ районы ҡурайсылары даими ҡатнаша һәм еңеүһеҙ ҡайҡаны юҡ.
Илнур Аслаев етәкселегендәге Баймаҡ районының Буранбай сәсән исемендәге ҡурайсылар ансамбле был юлы ла уңышлы сығыш яһаны һәм 1-се урынға лайыҡ булды.Коллективты ҙур еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм ижади үрҙәр теләйбеҙ!