Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Сентябрь , 17:45

Рейдтар дауам итә

Рейдтар юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү өсөн уҙғарыла...

Рейдтар дауам итә
Рейдтар дауам итә

Рейдтар дауам итә. Был аҙнала ла, тәү сиратта, иҫерек водителдәр билдәләнәсәк. Быға тиклем район-ҡалалағы бер рейд ваҡытында (4 сәғәт эсендә) ике кеше тотолғайны.

Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, рейдтар юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү өсөн уҙғарыла. Рейдтарҙа Дәүләт автоинспекцияһының бөтә шәхси составы, шулай уҡ полицияның башҡа хеҙмәттәре ҡатнаша.

«Иҫерек водителдәр тураһында хәбәр итергә лә мөмкин. Хәтерегеҙгә төшөрәм, был көндәрҙә беҙ киң мәғлүмәт саралары менән эшләйбеҙ. Инспекторҙар составы эскән килеш рулгә ултырған водителдәрҙе асыҡлауға һәм юл ҡағиҙәләрен боҙоуҙы асыҡлауға йүнәлтелгән, — тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ етәксеһе Владимир Севастьянов. — Төп бурысыбыҙ — юл фажиғәләренә юл ҡуймау, кешеләрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалыу».

Ял көндәребеҙ тыныс үтһен. Юл ҡорбандары булмаһын ине!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас в