Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
15 Сентябрь 2022, 17:18

Айыуҙар һөжүм итә, һаҡ булығыҙ!

Беҙҙең төбәктә тайыш табандың малға ташланыу осраҡтары күбәйҙе.Был хәл ниндәй ауылдарҙа булған?

Айыуҙар һөжүм итә, һаҡ булығыҙ!Айыуҙар һөжүм итә, һаҡ булығыҙ!
Айыуҙар һөжүм итә, һаҡ булығыҙ!

Бөгөн социаль селтәрҙәрҙә Әбйәлил районының Буранғол ауылында айыуҙың һыйырҙы һуғыуы һәм уны күмеп китеүе тураһында фотомәғлүмәт киң таралды.Тимәк, йыртҡыс ул тирәгә тағы ла киләсәк.

Баймаҡ районында ла был тәңгәлдә хәл тыныс түгел.Бер нисә көн элек Ирәндек тауында һыбайлыға айыуҙың ташланыуы тураһында билдәле булды.Ярай әле бәлә-ҡаза булманы.

Ошо арала ғына төпкөл Юлыҡ ауылында ла тайыш табандың бер һыйырҙы һуғыуы асыҡланды.

Күрәһегеҙ, айыуҙар һуңғы осорҙа ныҡ әүҙемләшә башланы һәм был малсылыҡ тармағы өсөн генә түгел, ә кешеләр өсөн дә бик хәүефле.Малдарығыҙҙы һәм үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!Малдарҙың көтөүһеҙ, аҙып-туҙып йөрөүе ҙур ҡазаға әүерелеүе ихтимал.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас